0 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Декабрь 2020, 16:33

Тағы ла бер фельдшер-акушерлыҡ пункты

Мәсетле районының Әжекәй ауылы халҡы был ваҡиғаны күптән көттө, сөнки 1964 йылда төҙөлгән медицина пункты заман талаптарына бөтөнләй тура килмәй.

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә асылған яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ауыл халҡының һаулығы һағында тороу өсөн бардыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бынан тыш, бында уңайлы, йылы, яҡты, бина бар санитар талаптарына яуап бирә.
Яңы ФАП-тың асылыуы Әжекәй ауылы халҡына ысын-ысынында Яңы йыл бүләге булған, сөнки ауылдарында яңы медицина пункты асылыуын улар алтмыш йылға яҡын көткән.
Бында пациенттарҙы ҡабул итеү һәм ҡолас йәйеп эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар: прививка һәм процедура кабинеттары, оло йәштәгеләрҙе ҡабул итеү өсөн айырым кабинет, ҡарау кабинеты, дарыуҙарҙы, зарарһыҙландырыу сараларын һаҡлау өсөн махсус бүлмә, фельдшерҙар бүлмәһе булдырылған.
Медицина пунктында беренсе, шул иҫәптән акушер-гинекологик яҡтан да ярҙам күрһәтеләсәк, медицина анализдары алынасаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: