+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Декабрь 2020, 11:10

ЕЙӘНДӘРЕБЕҘҘЕ "АҠБУҘАТЛЫ ИТӘЙЕК!

АҠБУҘАТҠА ЯҘЫЛАЙЫҠ!Ҡәҙерле өләсәйҙәр! Әлеге ваҡытта Аҡбуҙат журналына ташламалы хаҡҡа яҙылыу бара. Әйҙәгеҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә Аҡбуҙатҡа яҙылып квитанциялар бүләк итәйек әле! Яңы йылға бик шәп бүләк буласаҡ бит Аҡбуҙат! Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ Аҡбуҙатлы булһындар! Мин үҙем яҙылдым Наумовкаға ла, Красноусолға ла..Ә хәҙер мин был эстафетаны Ғафури районы Ағинәйҙәре етәксеһе Рәмзиә Монасиповаға һәм Урал Батыр мәктәбе етәксеһе Гөлшат Вәлиеваға тапшырам. Башҡа район өләсәйҙәре лә ҡушыла һалығыҙ! Ташламалы яҙылыу 20 декабргә тиклем бара!Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина.

Афарин, Фәүзиә апай! Ижадығыҙҙа, тормошоғоҙҙа уңыштар, бәрәкәт насип булһын!
Читайте нас: