+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2020, 13:55

ҠЫШ ТУРАҺЫНДА ӘКИӘТ (ДАУАМЫ)

... Шул саҡ “Мин бында” тигән сибек кенә тауыш ишетелеп ҡалған......Балалар тиҙерәк ҡайтып аҡ ҡағыҙҙан ҡар бабайҙар яһап тәҙрә төбөнә теҙеп ултыртҡандар...

... Йөрөйҙәр ҡысҡырып: “Ҡы-ы-ыш! Һин ҡайҙа? – тип. Шул саҡ “Мин бында” тигән сибек кенә тауыш ишетелеп ҡалған. Тауыш хужаһын эҙләһәләр, дүмгәк аҫтындағы тамыр араһында бәләкәс кенә бер аҡ тамсы тора, ти. “Һин кем?” – тип аптырап һораған унан балалар. “Тәүге Ҡырау, башҡалар иреп бөттө, ә мин йәшенеп ҡалдым ошонда. Ҡар яуғанын, Ҡыш килгәнен көтөп ятам”, - тигән. “Беҙ ҙә Ҡышты көтәбеҙ. Нисек табырға икән уны?” – тип һораған балалар. “Үпкәләне ул һеҙгә, күп итеп ҡар бабайҙар яһағыҙ”, - тигән Ҡырау. “Нисек яһайыҡ, ҡар юҡ бит”, - тип аптыраған бәләкәстәр. “Нимәнән булһа ла яһағыҙ ҙа, тәҙрә төбөнә теҙеп ҡуйығыҙ”, - тигән Ҡырау. Балалар тиҙерәк ҡайтып аҡ ҡағыҙҙан ҡар бабайҙар яһап тәҙрә төбөнә теҙеп ултыртҡандар.
Бер көндә Ҡыш Ер өҫтөнә ҡараһа, унда һаман ҡара Көҙ, ти. Көн ҡотһоҙ, быҫҡаҡлап ямғыр яуа икән. Уның күҙенә балалар тәҙрә төбөнә яһап ултыртҡан ҡар бабайҙар күренә. “Ни эшләп ап-аҡ ҡына итеп, урамға яһап ултыртмағандар ул?” – тип аптырап Көҙҙән һораған. “Һинһеҙ ҡар ҙа, ҡыш та юҡ, күптән һиңә эшкә тотонорға ваҡыт”, - тигән Көҙ.
Иртән балалар уянһа, тирә яҡ ап-аҡ ҡар, ти. Улар тиҙерәк кейенеп, ҡар бабайҙар яһарға урамға сыҡҡан. Рәхәтләнеп ҡар бәрешкән, һырғалаҡтар эшләгән. Ҡыш уларҙың биттәрен алһыулатҡан. Тиҙҙән инде Яңы йыл да килеп етер. Матур-матур бүләктәр алып килер, тип шатланған Ҡыш үҙенең эшенән ҡәнәғәт булып.
Рәмилә СОЛТАНОВА
Читайте нас: