Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2020, 10:50

Башҡортса һөйләшәм һәм балаларымдан шуны талап итәм!

Телгә ихтирам бөткән ерҙә тарихҡа ла, мәҙәниәткә лә, ғөрөф-ғәҙәттәргә лә, йолаларға ла хөрмәт бөтә! Һөҙөмтәлә, һин ни башҡорт түгел, ни урыҫ түгел, ни инглиз түгел, ни әрмән түгел...КЕМ ҺИН? Бөгөндән ошо һорауҙы үҙегеҙгә биргеҙ!.. (Тулы килеш сайтта уҡығыҙ)Эльвира Солтанғолова сәхифәһенән.

Улдарымдың башҡортса матур һөйләшкәнен ишетһәләр: “Балаларың Баймаҡта уҡыймы?” – тип һорайҙар. Әйтерһең дә Баймаҡта ғына башҡортса һөйләшәләр. Теләк булғанда, Өфөлә лә баланы башҡортса һөйләштереп була ул! ТЕЛӘК кенә кәрәк! Ә ул булһын өсөн, моғайын да, милли рух, халҡыңа һөйөү мотлаҡтыр. Шөкөр, мин үҙ халҡымды яратам, ихтирам итәм! Улдарым үҙем менән бергә. Өлкәне ӨФӨлә уҡый, бәләкәсе Өфө балалар баҡсаһының рус төркөмөнә йөрөй. Икеһе лә өйҙә башҡортса һөйләшә! Сөнки мин, әсәләре, русса өндәшергә ирек бирмәйем!!! Бер мәл Рамаҙан улым “мам”, “мама” ти башлағайны, минең яуап ҡыҫҡа булды: “Ана, урамға сыҡ та мамаңды эҙләп тап. Өйҙә мама юҡ!”
Бына шулай, талап иткәндә, үҙең дә башҡортса аралашһаң, балаларҙы башҡортсаға өйрәтергә мөмкин! Һылтау эҙләү кәрәкмәй!
Әлбиттә, мин саф башҡортса ғына һөйләшәм тип маҡтана алмайым. Рус теленән ингән һүҙҙәр “зараза” һымаҡ йәбешкән бит инде: “может”, “пожалуйста”, “привет” һәм башҡалар. Шуларҙы ҡыҫтырһам, улдарым хәҙер мине лә тәнҡитләй: “Ана, әсәй, үҙең дә русса әйттең, хәҙер мөйөшкә баҫаһың инде”, - тип көлдөрөп алалар. Шулай... Мин - уларҙан, улар минән талап итә. Улдарыма әйтеп ҡуйғанмын: “Мәктәптә русса һөйләшәгеҙме, инглизсәме, ҡытайсамы – быныһы һеҙҙең эш, ә өйҙә тик башҡортса!” Ошондай ҡәтғи талап булғанда һәр бер башҡорт ғаиләһендә үҙ телен яҡшы белгән бала үҫәсәк! Зинһар, ситтән һылтау эҙләмәгеҙ! Ваҡыт юҡ, русса йәнһүрәт ҡарай, балалар баҡсаһында рус төркөмөнә йөрөй, рус класында уҡый, интернет боҙҙо – быларҙың барыһы ла ҺЫЛТАУ! Һеҙ үҙегеҙ теләмәйһегеҙ, һеҙ үҙегеҙ талап итмәйһегеҙ, һеҙ үҙегеҙ балағыҙ менән шөғөлләнмәйһегеҙ!!! Бары үҙегеҙ ғәйепле!
Башҡорт теле уҡытыусыларының балалары башҡортса һөйләшмәй. Нисек инде? Мин, ябай һатыусы тип әйтәйемме, үҙ баламды әсә телендә һөйләштерә алам, ә башҡорт теле уҡытыусыһы үҙ балаһын өйрәтә алмай?! Оят түгелме? Үҙ балаң һөйләшмәгәс, һинең ошо һөнәреңдән ни файҙа? Һеҙ иң рухлы кеше булырға тейеш түгелме ни? Балаларығыҙҙың теленә генә түгел, исеменә иғтибар итегеҙ әле! Ниндәй милләт исеме ҡушылған һуң?
Шулай уҡ билдәле шәхестәрҙең, әҙиптәрҙең, яҙыусы-шағирҙарҙың, башҡорт журналистарының, актер-актрисаларҙың балалары русса һөйләшеүен, башҡортса белмәүен ишетеп шаҡ ҡаттым. Һеҙҙең урында мин ғәрләнер инем, биллаһи! (Бөтәһен дә бер бизмәнгә һалмайым, әммә шундайҙар бар тип беләм).
Башҡорт теле башҡортҡа кәрәк! Һәр башҡорт ғаиләһендәге баланың теле “әсәй”, “атай” тип асылырға тейеш! Кемгә кәрәк ул тимәгеҙ! Беҙгә, үҙебеҙгә кәрәк! Хатта бер ғалим яҙҙы: баҡтиһәң, суицидҡа барған кешеләрҙең күбеһе үҙ телен белмәй булып сыҡҡан. Артабан нисек дәлилләгәнен иҫләп етмәйем. Әммә милли аң, әсә теле кешенең эске күңелен, аңын, фекерләүен үҫтерә!
Шулай уҡ миҫал килтерәм, уны ла миңә кемдер һөйләгәйне. Һуғыш мәлендә бер егет урыҫтан кәләш алып ҡайта. Балаларына башҡортса исем бирелә бирелеүен, тик улары суҡындырыла. Исем-шәриф кенә башҡортса ҡала. Тәүҙә ир иғтибар итмәй, йәш саҡ бит. Көнө эштә үтә. Олоғайғас, башҡортса йырҙар тыңлап, мәжлестәрҙә башҡортса йырлашып, һөйләшеп ултырғыһы килә башлай. Әммә эргә-тирәһендә барыһы ла урыҫ та маңҡорт икән...Балалары башҡортса белмәй, ейән-ейәнсәрҙәре иһә сей урыҫ, исемдәре лә Катя ла Иван икән...Һуңлап милли аң төшөнсәһен аңлаған ветеран берәүгә үкенеп һөйләгән: “Үлһәм, мине, бәлки, мосолманса туғандарым килеп ерләшер ҙә ул, аят уҡытып, доға ҡылдырып торған кеше булмаҫ инде...”
Нимә әйтергә теләйем. Телгә ихтирам бөткән ерҙә тарихҡа ла, мәҙәниәткә лә, ғөрөф-ғәҙәттәргә лә, йолаларға ла хөрмәт бөтә! Һөҙөмтәлә, һин ни башҡорт түгел, ни урыҫ түгел, ни инглиз түгел, ни әрмән түгел...КЕМ ҺИН? Бөгөндән ошо һорауҙы үҙегеҙгә биргеҙ!
Яратығыҙ туған телегеҙҙе! Мин яратам! Мин башҡортса һөйләшәм һәм балаларымдан шуны талап итәм!
Читайте нас в