-10 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Декабрь 2020, 17:05

"Мин башҡортса һөйләшәм, сөнки ул минең туған телем"

Был һүҙҙәрҙе ете йәшлек Наҙгөл Ғәбитова әйтте. Ул Башҡорт теле уңайынан гелән тел һағында торған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты һүрәткә лә төшөргән.

- Һин ни өсөн башҡортса һөйләшәһең? - тип һораным кескәй әңгәмәсемдән.
- Сөнки ул минең туған телем, - тип етди йөҙ менән яуаплай Наҙгөл. Беҙ уның менән башҡорт теле хаҡында кескәй генә әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Ни өсөн кешеләр туған телдәрен белергә тейеш?
- Кеше ниндәй ерҙә кем булып тыуа - шул ерҙең телендә һөйләшергә тейеш.
- Һиңә русса һөйләшеүе рәхәтме, әллә башҡортсамы? Иптәштәрең менән ниндәй аралашаһың?
- Башҡортса. Башҡортса ла, русса ла аралашам, ҡайһы берҙәре башҡортса белмәй бит.
- Башҡорт булып та башҡорт телен белмәгән кеше бәхетле була аламы икән?
- Юҡ, бәлки уны әсәһе башҡортса университетҡа уҡырға бирер, ә унда бөтәһе лә башҡортса һөйләшер, уға ҡыйын була бит.
- Рәми Ғариповты һүрәткә төшөргәнһең. Ни өсөн тап ул?
- Ул башҡортса шиғырҙар яҙған, башҡорт шағиры булған.
- Тағын ниндәй башҡорт шағирҙарын беләһең?
- Шәйехзада Бабич, Лариса Абдуллина.
- Башҡорттарҙы Башҡорт теле көнө менән ҡотлап ниндәй теләктәр теләйһең?
- Бөтәһе лә башҡортса һөйләшһен тип теләйем.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА әңгәмәләште.
Читайте нас: