Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы, профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы. Әхмәтзәки сығышы менән дин эшмәкәрҙәре Вәлидовтар — Суҡлыҡай ырыуы башҡорттары нәҫеленән була. Ул XVII—XX быуаттар араһында юғалтылған башҡорт ерҙəрен ҡайтарып биреү зарурлығын билдəлəп үтә. 1917 йылдың 22—29 авгусында Өфөлә уҙған II Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Бында ул «Оло Башҡортостанды, «Бәләкәй Башҡортостандың» һəм «Көнсығыш Рəсəйҙең Мосолман автономлы дəүлəттəре федерацияһының» карталарын төҙөй. Башҡортостан автономияһының РСФСР составына инеүе тураһында В. И. Ленин һəм И. В. Сталин менән һөйлəшеүҙəрҙе ойоштора.