+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Декабрь 2020, 13:44

Өфө урамдарында башҡорт телендәге баннерҙарҙы күреү ҡайһылай күңелле!

"Сәләм, дуҫ", "Хәйерле көн!", "Көнөгөҙ уңышлы үтһен!", "Үҙеңде һаҡла!"...

Өфө урамдарындағы баннерҙарҙы үҙ телеңдә күреү ҡайһылай күңелле! Мәҫәлән, “Хәйерле көн!”, “Сәләм, дуҫ!”, “Үҙеңде һаҡла!” Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең портреттары һәм тел тураһындағы ҡанатлы һүҙҙәре, шиғыр юлдары урын алғандары ла бар. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан йәмғеһе тиҫтәнән ашыу төрҙәге баннер әҙерләнеп, баш ҡаланың 51 урынына ҡуйылған.
“Беҙ уларҙы махсус рәүештә ике телдә әҙерләнек. Кешеләр уҡып, ниндәй һүҙбәйләнештәрҙең нимә аңлатҡанын аңлаһын, белһен, ябай ғына һүҙҙәр ярҙамында булһа ла үҙенең тел белеү кимәлен арттырһын, тигән маҡсаттан сығып эш иттек”, - ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды рәйесе Гөлназ Йосопова.
Читайте нас: