+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Декабрь 2020, 14:00

"ҠОШТАРҒА ҠЫШЫН ЯРҘАМ ИТ!" АКЦИЯҺЫ

Сибай ҡалаһының "Сулпылар" балалар баҡсаһы. Ҡоштар-тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Улар беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләп кенә ҡалмай, кешеләргә ҙур файҙа ла килтерә. Шуға күрә ҡоштарҙы һаҡларға, ауыр ваҡытта ярҙам да итергә кәрәк.

Сибай ҡалаһының "Сулпылар" балалар баҡсаһында "Ҡоштарға ҡышын ярҙам ит!" акцияһы ойошторолдо. Балалар баҡсаһының йәш ирекмәндәре был акцияла йыл һайын ҡатнашалар, ата-әсәйҙәре, ағайҙары ярҙамында төрлө-төрлө һоҡландырғыс тағараҡтар эшләп алып киләләр. Быйыл да йәш ирекмәндәр үҙ тағараҡтарын элеп, уны ҡарап , ем һалып торорға тип һүҙ ҡуйыштылар. Ҡоштарға ярҙам итеү балалар ҙа тик яҡшы, изге тойғолар ғына уята. Тәбиғәткә, тыуған яҡҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән был акцияла ҡатнашыусы йәш ирекмәндәр бик фәһемле һәм тәрбиәүи эш башҡарҙылар.
Читайте нас: