Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 6-сы корпусында ике аудитория күренекле телсе-ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Марат Вәли улы Зәйнуллиндың һәм башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың исемлен йөрөтәсәк.
«Башҡорт теле йылында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү буйынса мөһим һәм йөкмәткеле эштәр башҡарҙы. Буласаҡ уҡытыусылар белем алған башҡорт филологияһы факультеты урынлашҡан беҙҙең арҙаҡлы шәхестәребеҙ исемен йөрөткән ике аудитория асыу ҙа ошо матур сараларҙың береһе. Иң алдынғы интерактив техника менән заманса йыһазландырылған был уҡыу кабинеттарында студенттар төрлө проекттар, тикшеренеү эштәре үткәрер, сит илдәге ғалимдар менән бәйләнешкә сығыр тип күҙаллана. Беҙҙеңсә, башҡорт телен, әҙәбиәтен, фольклорын юғары фәнни кимәлдә өйрәнгән арҙаҡлы шәхестәребеҙ, мәшһүр ғалимдарыбыҙҙы, уларҙың ғилми мираҫын өйрәнеп үҫергә тейеш буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары»,— тип билдәләй университеттың Башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова.