Илебеҙҙәге эпидемиологик хәлгә бәйле барлыҡ теләүселәрҙе лә бер майҙансыҡҡа йыйыу мөмкин түгел, шуға күрә сара оффлайн һәм онлайн форматтарҙа уҙасаҡ. Унда проекттар авторҙары, йәмәғәтселек лидерҙары ҡатнашасаҡ, ә киң ҡатлам халыҡ өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан һәм социаль селтәрҙәр аша тура трансляциялар ойоштороласаҡ. Сара барышында ҡатнашыусыларға яңы башҡортса-урыҫса һәм урыҫса-башҡортса тәржемә веб-порталы, башҡорт телен өйрәнеү буйынса мобиль ҡушымталар, «Аҫылташ» йәштәр брендының проекттары менән таныштырыу көтөлә.