+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Декабрь 2020, 13:00

Кинотеатрҙары ла бар хәҙер

Ғафурила яңыртылған район мәҙәниәт һарайы асылды.

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә мәҙәниәт һарайына тулыһынса ремонт эшләнгән.
Төҙөкләндереү бөткән көндө ғафурилар түҙемһеҙлек менән көтөп алған - тап был йорт уларҙың ижади үҫешенә ҙур этәргес, күңел йыуанысы булып тора.
Бинаның ҡыйығы алмаштырылған, бүлмәләре яңыртылған, яңы тауыш һәм яҡтыртыу ҡорамалары килтерелгән.
360 тамашасы өсөн уңайлы креслолар ҡуйылған.
Тағы ла бер мөһим мәл: район мәҙәниәт һарайында хәҙер кинотеатр бар!
"Район халҡына ҙур экрандарҙа кино ҡарар өсөн ситкә йөрөргә кәрәкмәй хәҙер", - ти Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: