Бөгөн Өфөнөң бөтә дөйөм белем биреү учреждениеларында “Баш ҡаланың билдәле йөҙҙәре” темаһына класс сәғәттәре уҙҙы. Унда 25 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
93-cө һанлы физика-математика лицейында уҙған класс сәғәте Өлфәт Мостафинды хәтергә алыуға бағышланды.
Был сарала Интернет технологиялары һөҙөмтәһендә Өлфәт Мансур улының әсәһе Миләүшә Мөхмәтшәрип ҡыҙы, туғандары, шулай уҡ Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм Өфө ҡалаһы Октябрь районы Хакимиәте башлығы Сергей Плотников та ҡатнашты.
Класс етәксеһе, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Андрей Блинов балаларҙы Өлфәт Марсуровичтың биографияһы менән таныштырҙы һәм ике йыл эш дәүерендәге эшләгән эштәрен, уңыштарын атап уҙҙы. Уның белдереүенсә, күп билдәле кешеләр тырышлыҡтары һәм ныҡыш хеҙмәте арҡаһында уңышҡа өлгәшә. “Өлфәт Мостафиндың биографияһынан күренеүенсә, ауылдан сыҡҡан ябай бер егет, маҡсатҡа ынтылышы һәм эшенә яуаплы ҡарауы, талапсанлығы, үҫешкә ынтылыуы арҡаһында уңышҡа өлгәшкән, йәғни “үҙен үҙе яһаны”, - тип билдәләне ул.
Дәрес һуңында уҡытыусы балаларҙы ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, еңелеүҙәр булһа, баҙап ҡалмаҫҡа, бер нәмәгә ҡарамай алға барырға һәм маҡсатҡа өлгәшергә, киләсәк тураһында уйланырға, һөнәрҙе ентекле һайларға әйҙәне. “Шул мәлдә һеҙҙең дә барыһы ла Өлфәт Мостафиндыҡы кеүек уңышлы килеп сығыр!” – тип тамамланы дәресте Андрей Блинов.
Миләүшә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы ла үҙ сиратында барыһына ла рәхмәт әйтте һәм Өлфәт Мансур улы башлаған проекттарҙың тулыһынса тормошҡа ашырына ышанысын белдерҙе.