-10 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Декабрь 2020, 20:36

Өфө космостан нисек күренә?

Космонавт Сергей Рязанский Өфөнө космостан фотоға төшөргән, һәм үҙенең яҙмаһында ҡалабыҙ хаҡында ҡыҙыҡлы факттар хаҡында һөйләгән.

Сергей Рязанский исемле космонавт "Фейсбук"та Өфөнөң космостан төшөрөлгән фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты.
"Миңә бар планетабыҙҙы: утрауҙарҙы һәм океандарҙы, сүллектәрҙе һәм ҙур-ҙур ҡалаларҙы фотоға төшөрөү оҡшай. Хәҙер килеп, Рәсәйҙең бер ҡалаһын төшөрөргә ҡарар иттем - ул беҙҙең үлсәүҙәр буйынса ҙур ҙа түгел, әммә уның биләмәһенә Париж һымаҡ ете ҡала һыйыр ине", - ти космонавт һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы менән таныштырып, уның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләп алып китә.
Өфө - Рәсәйҙәге иң киң, иркен ҡала, унда йәшәгән бер кешегә яҡынса 700 квадрат метр ер тура килә.
Өфө - Сочинан һәм Волгоградтан һуң иң оҙон ҡала һанала. Өфө миллионлы ҡалалар араһында иң йәшел ҡала булып танылған.
"Тағы ла бер яҡшы факт, - ти Сергей Рязанский үҙенең яҙмаһында, - Өфө барлыҡҡа килгәненән алып, бер ҡасан да, бер кемгә лә баш эймәгән: ҡәлғә диуарҙары әллә күпме баҫҡынсыларға, дүрт айҙға һуҙылған һөжүмгә, Пугачев ихтилалдарына ҡаршы торған".
Бына ниндәй ҡалала йәшәйбеҙ беҙ!
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: