+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Декабрь 2020, 11:15

"АҠБУҘАТ"ҡа яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!..

Ҡәҙерле бүләкРамаҙан мәктәптән ҡыуанып ҡайтып инде лә:– Әсәй, мине Юлай тыуған көнөнә саҡырҙы. Барайыммы? Нимә бүләк итәйем? – тип һораны.Һеңлеһе Мәликә:Ағай, мине лә үҙең менән ал әле! Яңы китабым бар, шуны ла бүләк итербеҙ! – тине.– Ниндәй китапты әйтәһең, ҡыҙым? – тип ҡыҙыҡһынды әсәһе.Мәликә йүгертеп үҙенең бүлмәһенән “Аҡбуҙат” журналын килтереп сығарҙы.– Шәп журнал ул “Аҡбуҙат”! Балалар өсөн тере энциклопедия бит үҙе: шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, хикәйәләр... Барыһын да табып уҡырға мөмкин! – тине әсәһе йылмайып.– Миңә бигерәк тә уйынсыҡтар һәм китапсыҡ эшләп алыу оҡшай. Юлайға комикстарҙы күрһәтермен, – тип ризалашты Рамаҙан да.– Дуҫығыҙға “Аҡбуҙат” бүләк итеп бик дөрөҫ эшләйһегеҙ! Почта бүлексәһенә барып яҙылырға мөмкин икәнлеген дә әйтегеҙ, яраймы?– Эйе, әсәй, бөтә балалар ҙа беҙҙең кеүек “Аҡбуҙат”лы булһын ине! – тип бер тауыштан сәпәкәйләне Мәликә менән Рамаҙан.Миңлегөл ТАЙСИНА.

Читайте нас: