+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Декабрь 2020, 10:30

Бөгөн Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар Әхмәтхужа Әхмәҙуллин һәм Хәнәфи Нурғәлиев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыла. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙары икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән.

ХӘТЕР Ә бөгөн мин осрашыуға килдем, Ҡулдарымда – ҡыҙыл ҡәнәфер. Ике батыр ҡайтҡан тигәйнеләр – Әхмәтхужа менән Хәнәфи. Ике батыр һуғыш юлын үтеп, Килеп баҫҡан туған тупраҡҡа. Бөйөк яуҙан килә сәләмдәре, Залп уттары балҡый йыраҡтан. Оҙон булған яугирҙәрҙең юлы, Һуғыш юлы кеүек аяуһыҙ. Бармы икән батыр тыумаҫ ерҙәр? Бармы икән ғаилә яраһыҙ? Шайморатов ғәскәренән улар – Нурғәлиев, иптәш капитан! Һин ант иткән инең милләтеңә! Һин фатиха алдың халыҡтан! Шәһит киткәндәрҙең рухы бөгөн Оло шатлыҡ аша илата! Изге йола батыр ҡайтҡан саҡта Батырыңды ҙурлап йыр атау! Әхмәтхужа батыр, исемеңде Һәр алышта яҙҙың тарихҡа. Тоғролоғоң һинең – ошо ерҙән, Ә дәрәжәң – рухлы халыҡтан. Һеҙҙең ғәскәр сафта мәңге ҡалыр, Атакаға барыр ул тағын. Гел юғары тота белһен милләт Илебеҙҙең ҡанлы байрағын. Батырҙары тотҡан байрағын! Лариса Абдуллина

Читайте нас: