+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Ноябрь 2020, 17:15

САҠМАҒОШ РАЙОНЫ БАШҠОРТТАРЫ ТАРИХЫ

ЙЫЛАН, ЕЛДӘК, ДЫУАНАЙ – Көньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡәбиләләре...

Йылан — Түбәнге Ағиҙел ҡәбиләләре берләшмәһенә ҡараған башҡорт ҡәбиләһе. Был төркөмгә ингән ун ҡәбиләнең (йәнәй, гәрәй, ҡырғыҙ, елдәк, ҡанлы, дыуанай, ҡаршин, таҙ, ыуаныш) береһе. Йылан ҡәбиләһе атамаһы, бигерәк тә 922 йылда беҙҙең тарафтарға сәйәхәт ҡылған Ибн Фаҙландың боронғо башҡорттарҙың йыланға табыныуын иҫкә алыуын иҫәпкә алып, йылан этнонимы боронғо башҡорттарҙың йыланды ололауына, хөрмәтләүенә ҡайтып ҡала, тип фаразлана. Ул төньяҡтан Бишбүләк Йәрмәкәй райондарынан башланып Борай районына саҡлы һуҙылған. Табын һәм Мең ырыуына ҡарата Йылан ырыуы халҡы күпселеге менән өсөнсө урынды биләп тора.
Елдәк ҡәбиләһе – Елдәк Тархан исеменән барлыҡҡа килгән. Йөҙҙәрсә йылдар буйы был ырыу элекке Башҡортостандың Төньяғына ҡыпсаҡ халҡына ҡараған. Элекке мәғлүмәттәргә күрһәтеүенсә, улар Көнсығыш Европаның Көнбайышында - Балҡан, Карпат алды, Көньяк Кавказда йәшәгән.
Башҡорттар – Көньяҡ Уралдың һәм Көньяҡ-көнбайыш Урал буйының иң боронғо халыҡтарының береһе. Был боронғо халыҡ иҫ киткес ҙур биләмә хужаһы ла булған. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тәбиғәте һәм уларҙың телдәре тураһында ғалимдар араһында төрлө ҡараш, гипотеза, версиялар бар. Мәҫәлән, ғалимдарҙың ҡайһы берҙәре төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләү телен башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына индерә; икенселәр уны башҡорт теленең Көньяҡ (Юрматы) диалекты составындағы төньяҡ-көнбайыш һөйләше тип иҫәпләй. Саҡмағош районында әлеге көндә 28 башҡорт ауылы иҫәпләнә. Йәрмәкәй районында ла үҙҙәрен башҡорт тип һанаусылар байтаҡ.
Читайте нас: