+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ноябрь 2020, 14:56

Арҙаҡлы шәхес иҫтәлегенә

7-11 декабрҙә Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев көндәре үтә.

Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән был сара онлайн тәртиптә уҙасаҡ. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының һәм Ырымбур өлкәһенең Мәғариф министрлығы.
Рауил Бикбаев көндәре сиктәрендә “Иң яҡшы асыҡ дәрес” конкурсы планлаштырылған. Бәйгелә шағирға арналған иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре билдәләнәсәк.
Был конкурстан тыш, тағы ла йәш ҡәләм тибрәтеүселәр араһында шиғриәт бәйгеһе ойоштороласаҡ, теләгәндәр Рауил Бикбаевтың әҫәрҙәрен яттан һөйләп тә көс һынаша аласаҡ.
Саралар теҙмәһендәге ғилми-ғәмәли конференция Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәргә арналасаҡ, унда был өлкәнең тарихына, башҡорт теленә лә иғтибар бүленәсәк.
Был конкурстарҙа һәм сараларҙа Ырымбур өлкәһендәге белем биреү йорттарында эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкә тиклем белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала.
Уларҙың эштәре [email protected] электрон почтаһына башҡорт телендә (шул иҫәптән башҡорт теле диалекттарында) һәм рус телендә ҡабул ителә.
Рауил Бикбаев көндәренә йомғаҡтар 21 декабргә тиклем Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында баҫыласаҡ.
Читайте нас: