Благоварҙар үҙҙәренең тарихы, ата-бабалары менән ҡыҙыҡһынып, шәжәрә ағастарын төҙөүгә ныҡлап тотонған.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса бында башҡорттар – 42,8 %, татарҙар – 28,3 %, рустар – 21,8 %, украиндар – 2,8 %, башҡа милләт вәкилдәре 4,3 % тәшкил иткән. Әлеге Благовар районы биләмәһендә биш башҡорт ырыуы: ҡаңны, ҡаршын, мең, дыуанай һәм ҡобау вәкилдәре бар.
– Башҡорт халҡы өсөн шәжәрә ҙур әһәмиәткә эйә булған. Ул – үҙенсәлекле хоҡуҡи сығанаҡ. Һәр ырыу шәжәрәһен төҙөгән һәм уны һаҡлаған. Шуға күрә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу бөгөн дә кәмемәй, – тине тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов бөгөн Интернет майҙансығында уҙған Благовар районы башҡорттары тарихына арналған материалдар һәм ғилми-методик әсбаптарҙың исем туйында.
Юлдаш Йосопов был онлайн-осрашыуҙа ҡатнашҡан кешеләргә “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы” һәм “Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙары һәм ауылдары карталары” менән нисек эшләргә, уларҙы ҡайҙан табырға, ундағы мәғлүмәтте дөрөҫ файҙаланырға өйрәтте. Оҙаҡламай был карталар ҡағыҙға күсерелеп, карта формаһында һәр мәктәп, китапханала буласаҡ, тип белдерҙе. Әле уның ниндәй формала буласағы тураһында фекер алышыуҙар бара.
Бөгөн тәҡдим ителгән әсбаптар һәм карталар – район кешеләре өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм мөһим мәғлүмәт сығанағы. Айырыуса, үҙенең шәжәрәһен төҙөргә, ата-бабалары, тамырҙары тураһында күберәк белергә теләгәндәр өсөн бында мәғлүмәт күп.