-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ноябрь 2020, 10:49

Силәбе ҡалаһында яҡташыбыҙ Харис Йосоповҡа һәйкәл асылды

Бюст ҡаланың Дзюдо буйынса олимпиадаға әҙерлек үҙәге алдында урынлаштырылды.

Бөгөн Силәбе ҡалаһында данлыҡлы яҡташыбыҙ, Көньяҡ Урал төбәгендә дзюдо көрәшенә нигеҙ һалыусы тренер Харис Монасип улы Йосоповҡа һәйкәл асылды. Бюст ҡаланың Дзюдо буйынса олимпиадаға әҙерлек үҙәге алдында урынлаштырылды. Уны асыу тантанаһында төрлө дәрәжәле ҡунаҡтар, спорт ветерандары һәм Харис Йосоповтың ғаилә ағзалары ҡатнашты.

Харис Йосопов сығышы менән Салауат районы Арҡауыл ауылынан. 1958 йылда Силәбе педагогия институтын тамамлағандан һуң тренерлыҡ эше менән шөғөлләнә башлай, ике йылдан Дзюдо мәктәбен ойоштора. Ун ете йыл дауамында ул Советтар союзының дзюдо буйынса йыйылма командаһын күнектерә, уның тәрбиәләнеүселәре араһында Олимпиада призеры, ике донъя, 14 Европа чемпионы, 250-нән артыҡ спорт мастеры бар. Харис Монасип улы ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге байтаҡ ярыштарҙа судья вазифаһын да башҡара. Спортсы булараҡ милли, ирекле, классик көрәштәр буйынса Рәсәй чемпионы исемдәрен яулай. 1993 йылдан алып Силәбелә йыл һайын Харис Йосопов призына (2009 йылдан алып — иҫтәлегенә) дзюдо буйынса асыҡ Бөтә Рәсәй турниры ойошторола килә, тыуған ауылы Арҡауылда милли көрәш буйынса ярыштар уҙғарыла. Силәбе ҡалаһының һәм Салауат районының почётлы гражданы.

Читайте нас в