-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ноябрь 2020, 12:16

Бер бейеүҙә ундан ашыу милли кейем

Яңы үҙенсәлекле видеоклип донъя күрҙе.

Бейеүсе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллинаның яңы видеоклибы сыҡты.
Был яҙмала Миләүшә бер бейеүҙе ундан ашыу милли образда башҡара — һәр береһе үҙенсәлекле.
«Был бейеүҙә халыҡ бейеүҙәре элементтары менән заманса бейеү хәрәкәттәре ҡушыла. Клиптың ҙур өлөшөн бейеү генә түгел, кейем һәм биҙәүестәр ҙә тәшкил итә. Улар - төрлө ырыуҙарҙан булған төрлө йәштәге һәм төрлө дәрәжәләге ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейемдәре», - ти бейеүсе.
Проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡарылған һәм Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты тарафынан финансланған.
Быйыл республика эстрадаһы вәкилдәре - «Арғымаҡ», «Бишбармаҡ», «Darman» төркөмдәре, Алтынай Вәлитов, Зәйнетдин проекты, бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина һәм Е7Е-media видео студияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бергә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән клиптар шәлкемен төшөрөү ниәтен белдерҙе.
Был башланғыс республика етәкселеге тарафынан хуплау алды һәм матди ярҙамға лайыҡ булды.
Мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.
Читайте нас: