+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ноябрь 2020, 15:16

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

Юл фәжиғәһенә тарымау, уны булдырмау һәр кемдең үҙенән тора. Юлда иғтибарлы булһаҡ, тиҙлекте арттырмаһаҡ, ҡайышты тағып йөрөһәк, баланы ла креслоһында йөрөтһәк, ә иң мөһиме, эскән килеш руль артына ултырмаһаҡ ине...

Түбәндәге кәңәштәр ѳлкәндәр ѳсѳн файҙалы булыр:
- Балағыҙға юлды дѳрѳҫ аша сығыу хаҡында даими рәүештә аңғартып тороғоҙ. Һүҙ миҫал менән нығытылһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр.
- Ашыҡмаҫҡа ѳйрәтегеҙ. Юлға аяҡ баҫыр алдынан туҡтап, тирә-яғыңа ҡарап алыу, етеп килгән транспортты үткәреү хаҡында аңлатығыҙ.
- Балағыҙҙың ѳйҙән мәктәпкә тиклемге маршрутты яҡшы белеүе мотлаҡ. Ошо юлдан уның менән бергә үтеп, хәүефле урындарҙы бер нисә тапҡыр күрһәтегеҙ.
- 14 йәше тулмаған балағыҙҙы ҡала юлында үҙен генә велосипед менән сығармағыҙ.
- Киске сәғәттәрҙә хәүефһеҙлекте булдырмау маҡсатында балағыҙҙың кейеменә, портфеленә сағылдырыусы элементтар ҡуйығыҙ.
- Балағыҙға юл аша йәйәүлеләр ѳсѳн тәғәйенләнгән махсус урындан йәки светофорҙың йәшел тѳҫѳнә генә сығыу кәрәклеген һәр саҡ әйтеп тороғоҙ.
Читайте нас: