+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ноябрь 2020, 13:09

Толбазы балаларына шәп бүләк

Ауырғазы районы Толбазы ауылында яңы спорт һәм ял паркы асылды. Унда балалар күңелле ял итһенү сәләмәтлектәрен нығытһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Ошо көндәрҙә паркты асыу тантанаһы үтте. Объект "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән.
Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов Толбазы ауылы халҡын был иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, уның айырыуса балалар өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне.
"Ауылдың йәш граждандары хәҙер сәләмәтлектәрен нығыта, күңелле ваҡыт уҙғара аласаҡ", - тине ул.
Ял һәм сәләмәтлек паркында балалар өсөн уйын майҙансығы бар, унда 14 элементтан һәм дүрт уйын аттракционынан торған уйынсыҡ ҡаласыҡ ҡуйылған. Был урынды кескәйҙәр яратып та өлгөргән.
Күнекмәләр майҙансығында һигеҙ заманса спорт тренажерҙары ҡуйылған. Паркта футбол, баскетбол уйнау өсөн майҙансыҡтар, яңы хоккей корты ла бар.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: