Был микрорайон үткән быуаттың 90-сы йылдарында төҙөлә башлай.
Бөгөнгө көндә йәшәү өсөн 2000 ер участкалары таратып бирелгән.
Йыл һайын микрорайон ҙурая, урамдарында бер-бер артлы яңы өйҙәр ҡалҡып сыға, бында башлыса балалары менән йәш ғаиләләр төпләнә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 һәм 2030 йылдарға Рәсәй халҡын газ менән тәьмин итеү тамамланырға тейеш тип белдергәйне.
Был йәһәттән Баҡалы районының беҙ һүҙ йөрөткән Көнбайыш микрорайонында ла әүҙем эштәр бара - бындағы газификация тамамланыу өҫтөндә. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, газ хеҙмәте өйҙәргә газ үткәреү эштәрен бөгөндән башларға әҙер.
17 өйҙөң теләктәре ҡәнәғәтлендерелгән дә инде.
"Беҙҙең урамда газ торбаларын йәйгелек үк һалдылар, уның ҡулланыуға тапшырылыуын дүрт күҙ менән көтәбеҙ. Йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа бар: юл һәйбәт, урам яҡтыртыла, электричество бар, тиҙҙән газлы ла булабыҙ" , - ти урындағы халыҡ.