+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ноябрь 2020, 13:35

"Тағараҡ " экологик акция аҙналығы

Ҡоштарға астыҡ ашхана, Һалдыҡ бойҙай, көнбағыш. Аслыҡтан интекмәй ҡышын Килеп ашаһын һәр ҡош. Ҡоштар - тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Уларһыҙ тәбиғәт тә йәнһеҙ булыр ине. Бәләкәй дуҫтарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙыу теләге менән Сибай ҡалаһының "Тейенкәй" балалар үҫтереү үҙәгенең мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр берлегендә, "Тағараҡ" экологик акция аҙналығы иғлан ителде. Был акцияға ата-әсәләрҙең, балаларын һөйөндөрөп, һәр береһе матур тағараҡтар менән ҡушылыуы һөйөнөслө. Әлбиттә, мәрхәмәтлек төшөнсәһе ошондай бәләкәй генә эштәрҙән башлана ла инде. Акцияны дауам итеп, мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары кескәйҙәр төркөмө балаларына тағараҡ бүләк иттеләр. Мәрхәмәтлек артабан да дауам итһен!Резеда ИБРАҺИМОВА.

Читайте нас: