+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Ноябрь 2020, 18:13

Башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантҡа - 250 ғариза

Быйылғы конкурсҡа ебәрелгән проекттар былтырғы менән сағыштырғанда 41 процентҡа күберәк.

Республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамам.
Быйылғы конкурсҡа 205 проект ҡабул ителгән. Был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 41 процентҡа күберәк. Республикала йәшәгән 13 төрлө – башҡорт, рус, татар, мари, удмурт, украин, белорус, иврит, сыуаш, мордва, ҡаҙаҡ, немец һәм латыш – милләт үҙ проекттарын тәҡдим иткән.
Был конкурста Рәсәй төбәктәрендә теркәлеп, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға теләгән ойошмалар ҙа ҡатнаша ала ине. Сит төбәктәрҙән Пермь крайынан, Мәскәү, Ҡазан ҡалаларынан, Силәбе, Һамар һәм Ырымбур өлкәләренән конкурсҡа проекттар килгән.
“Әлеге мәлдә Фонд тарафынан документтарҙың теүәллеге, тейешле талаптарға яуап биреүе тикшерелә. Грант еңеүселәре 2021 йылдың ғинуарында билдәле буласаҡ”, - тине Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Люция Юлыева.
Читайте нас: