+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Ноябрь 2020, 13:19

Башланғыстар тормошҡа ашһын

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙ мөмкинлектәрен киңерәк ҡуллана алһын ине...


БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зиннуровтың Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумындағы сығышынан:

- Балалар баҡсаларында башҡорт теленә өйрәтеүсе педагогтар өсөн уҡытыу программалары ҡабул ителәсәк.

- Бәләкәстәр өсөн башҡорт телендә электрон уйынсыҡтар - планшеттар, телефондар етештереү күҙаллана.

- Республика кимәлендә уҙғарылған "Иң яҡшы тәрбиәсе" конкурсында "Туған телде өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе" номинацияһы булдырылған.

- Балалар баҡсаларында эшләүселәрҙең эш хаҡын 15 процентҡаса арттырыу күҙаллана.

- Башҡорт телен дистанцион рәүештә өйрәнеү буйынса платформа булдырыу йәһәтенән аныҡ эштәр бар.

- 2021 йылда башҡорт телен уҡытыу буйынса иң яҡшы методик әсбап авторын билдәләү маҡсатында конкурс ойоштороласаҡ.

- Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәре асыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.

Рәйлә Ғәлиева.

Читайте нас: