+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Ноябрь 2020, 22:04

Табиптарҙың балаларына уҡыуҙа ярҙам итәсәктәр

Бына ниндәй изге эшкә тотонған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары.

Был уҡыу йорто базаһында урынлашҡан «Online-наставник 2.0» ирекмәндәр төркөмө "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә ата-әсәләре табип вазифаһында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған ваҡытта уларҙың балаларына уҡыуҙа ярҙам итәсәк.
Баланың дистанцион тәртиптә белем алыу ваҡытында уҡыуы менән аңлашылмаусанлыҡтар тыуһа, уға ярҙам талап ителһә, үрҙә телгә алынған ирекмәндәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
"Һәр мөрәжәғәткә лә иғтибар итәсәкбеҙ, квалификациялы остаздар менән уҡыусылар араһында онлайн аралашыуҙы булдырыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ", - тине БДПУ-лағы ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Лиана Кожевникова.
Ярҙам һорап ошо һылтанма аша мөрәжәғәт итергә мөмкин: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSdsLLouy60eHQwmp5C_yzEE3oFljXXO4kr5Zrs8qbJRjDm6ww/viewform
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: