+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Ноябрь 2020, 20:03

Кино бөткәс, скверҙа йөрөп килергә була

Бына ниндәй бәхет көтә Стәрлетамаҡ халҡын.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты, "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" төбәк проекты сиктәрендә "Салауат" кинотеатры янындағы скверҙы төҙөкләндерәләр.
Тротуарҙарҙан тыш, бында тыштан яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, В. И. Ленин һәйкәленең аҫтын ҡуйыу, "Арка" һәм "Пергола" төҙөлмәләрен ҡуйыу, һыу менән тәьмин ителгән модуле бәҙрәф урынлаштырыу, фонтандың "кәсәһен" ҡуйыу планлаштырылған.
Бөгөн юлдарҙы асфальтлау, тротуарҙарға ҡырсын түшәү, паркты яҡтылыҡ менән тәьмин итеү эштәре тамамланған.
Скверҙың көньяғында һәм төньяғында машиналар өсөн 50 урынлыҡ туҡталҡа бар.
Бындағы электән ҡалған тауыҡ менән себештәр һәм бизон һындарына ла иғтибар етерлек - улар тулыһынса төҙөкләндереләсәк.
Скверҙы төҙөкләндереү эштәре декабрҙә тамамланасаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: