+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ноябрь 2020, 19:56

Пермдә башҡорт шәхесенә һәйкәл асылды

Ғәйнә ырыуы легендаһында бәйән ителгәнсә, ошо ырыуҙы булдырған Әйнә менән Ғәйнә боландар ярҙамында үҙҙәренә төпләнер тыуған ер табалар.Ҡояшты тотҡонлоҡтан ҡотҡарғас, уны боландың мөгөҙҙәренә йөкмәтеп алып баралар.Тол йылғаһын йөҙөп сығып, шул яҡта төпләнәләр, уларҙан Ғәйнә ырыуы тарала.Ғәйнәләр - тәүге башҡорттар...

Пермь өлкәһе Барҙа районы Барҙа ауылында күренекле башҡорт шәхесе, Ғәйнә улыҫы старшинаһы, Е. пугачев ғәскәрҙәренең полковнигы Туҡтамыш Ижбулатовҡа һәйкәл асылды.
Комплексҡа бюст һәм билдәле Ижбулатовтар нәҫелен һынландырған шәжәрә инә.
Был сара Пермь өлкәһендә ойошторолған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендә үтте.
Һәйкәлдә түбәндәге һүҙҙәр яҙылған:
"Ғәйнә ырыуы легендаһында бәйән ителгәнсә, ошо ырыуҙы булдырған Әйнә менән Ғәйнә боландар ярҙамында үҙҙәренә төпләнер тыуған ер табалар.
Ҡояшты тотҡонлоҡтан ҡотҡарғас, уны боландың мөгөҙҙәренә йөкмәтеп алып баралар.
Тол йылғаһын йөҙөп сығып, шул яҡта төпләнәләр, уларҙан Ғәйнә ырыуы тарала.
Ғәйнәләр - тәүге башҡорттар..."
Һәйкәлде асыу тантанаһы "Урал" башҡорт халыҡ көйө менән башланып китте. Сарала Пермь өлкәһе Губернаторы Хакимиәтенән, Барҙа районы хакимиәтенән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан вәкилдәр ҡатнашты.
Читайте нас: