+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ноябрь 2020, 16:07

Башҡорт әҙәбиәтендә ниндәй хәл ителмәгән мәсьәләләр бар?

Әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә битараф булмағандар ҡорға йыйылды.Ултырышта ни хаҡында һүҙ барҙы?

Кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Мәҙәниәт һәм Киң мәғлүмәт саралары буйынса киңәйтелгән комиссия ултырышы үтте.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Башҡортостан Республикаһы Киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, әҙәбиәт әһелдәре - Яҙыусылар союзы вәкилдәре, тәржемәселәр ҡатнашты.
Онлайн тәртиптә үткән ултырышта улар башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш мәсьәләһен уртаға һалып һөйләште, әҙәбиәттең бөгөнгө кимәле нисек, яҙыусылар ниндәй проблемалар менән күҙгә-күҙ осраша, йәмғиәт хәҙерге әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынамы - ошо һорауға яуап эҙләне.
Мәҙәниәт һәм Киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссия вәкиле, шағирә, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина билдәләүенсә, Азат Бадранов үҙ мәҡәләһендә әҫәрҙәре уҡымышлы булған, сит телдәргә тәржемә ителеп, башҡа төбәктәргә лә таралған башҡорт әҙәбиәтселәренең әҙ булыуы, әҙәби тәнҡиттең жанр булараҡ юғалыуға дусар ителеүе хаҡында яҙып сығарыуы күп фекер тыуҙырған.
"Башҡорт әҙәбиәтенең мәсьәләләре хаҡында күптән дәүләт кимәлендә һөйләшеүҙәр булғаны юҡ ине", - тине Лариса Хашим ҡыҙы.
Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Арыҫланов хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү тенденциялары менән бүлеште, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов бөгөнгө көндә 500 авторҙың китаптары нәшриәттә сығыу сиратын көтөп ятыуы хаҡында белдерҙе.
"Бельские просторы" журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин әҫәрҙәрҙе башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә алған оҫталарҙың етмәүе хаҡында һөйләне, һәм Яҙыусылар Союзында секция рәүешендә тәржемәселәр бсзаһын булдырырға тәҡдим итте.
Азат Бадранов Бөтә донъя башҡорттарына тәржемә буйынса грант булдырыу тәҡдимен яңғыратты.
Читайте нас: