"Еңеү дәрестәре" Халыҡ-ара методик эштәр конкурсында Ләйсән Ришат ҡыҙы "Туған тел" номинацияһында еңеү яулай.
"Еңеү дәрестәре" Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы һәм "Мәғариф" компаниялары, шулай уҡ "Ватан тарихы"фонды, Рәсәй тарихи йәмғиәте менән берлектә үткән 2019 йылдың сентябрь айында ойошторола башлай.
Бөйөк Ватан һуғышына һәм Бөйөк Еңеүгә арналған бәйге яңы быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләүгә, улар араһында тарихи грамоталылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса быйылғы йыл "Хәтер һәм дан йылы" тип иғлан ителеү һөҙөмтәһендә ойошторолған сараларҙың береһе.