+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ноябрь 2020, 20:01

"Ҙур тәнәфес"тә ҡатнашҡандарға ҙур мөмкинлектәр асыла

Айгөл ЙӘМИЛЕВА Мәктәп уҡыусылары араһында "Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Башҡортостандың данын яҡлаған 17 уҡыусының 13-ө еңеүсе исеменә лайыҡ булды.

Бөгөн уларҙы Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин тәбрикләне.
Алты уҡыусы 200 мең һум күләмендәге грант отһа, ете уҡыусының отҡан грант суммаһы һәр береһе өсөн миллион һум тәшкил итә.
Аҡсаларҙы улар белем алыу һәм үҫешеүгә тотонасаҡтар.
Быларҙан тыш, һәр ҡатнашҡан уҡыусы иҫтәлекле бүләктәр һәм Артекка путевка отҡан.
"Ҙур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсы 31 октябрҙән алып 5 ноябргә тиклем Ҡырым республикаһында үтте. Ул "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" президент платформаһының проекттарының береһе.
Конкурс ил буйынса мәктәп уҡыусылары өсөн ойошторолған иң ҙур сара һанала.
Читайте нас: