+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ноябрь 2020, 14:45

БӨЙӨКТӘР: ЮЛАЙ АҘНАЛИН

Юлай Аҙналин ғәҙел булыуы менән айырылып тора, бер ҡасан да байлыҡ туплауҙы маҡсат итеп ҡуймай һәм арҡалаштары араһында тыуған бәхәстәрҙе лә ике яҡ та риза булырлыҡ итеп хәл итә.

Юлай Аҙналин (1722—1797-1800 араһы) — башҡорт йөҙбашы (1766), Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы (1766), 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат Юлаевтың атаһы.Юлай Аҙналин (1722—1797-1800 араһы) — башҡорт йөҙбашы (1766), Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы (1766), 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат Юлаевтың атаһы. Юлай Аҙналин Тәкәй ауылында тыуа (хәҙерге Салауат районы), Шайтан-Көҙәй ырыуы тархандары нәҫеленән. 1750-се йылдарҙа Юлай Рәсәй империяһы армияһында йөҙ башы булып хеҙмәт итә, 1766 йылда улус старшинаһы вазифаһына тәғәйенләнә. 1771—1773 йылдарҙа башҡорт иррегулярных ғәскәрендә хеҙмәт итә.
1771—1773 йылдарҙа Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша.
Урыҫ яҙыусыһы Ф. Д. Нефёдов 1880 йылда Юлай тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа:
Юлай Аҙналин бай, аҡыллы һәм кеше араһында бик абруйлы кеше була, ул башҡорттар араһында ихтирам менән файҙалана, властар ҙа башҡорт старшинаһына ҙур ышаныс менән ҡарай. Уның урыҫ хөкүмәтенә тоғролоғо бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай… Әммә ысынбарлыҡта башҡорт старшинаһы бөтөнләй икенсе төрлө ҡараштағы шәхес була. Юлайҙың күҙ алдында башҡорт ауылдары яндырыла, башҡорт ерҙәре талана; уның үҙенең ерҙәрен купец Твёрдышев Эҫем заводын һәм урыҫ ауылын төҙөү өсөн тартып ала. Үҙенең Тыуған илен яратҡан ысын башҡорт булараҡ, Юлай битараф тамашасы булып ҡала алмай, властар алдында үҙ тойғоларын йәшерһә лә күңелендә үс алыу тойғоһон һаҡлай.
Читайте нас: