+8 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ноябрь 2020, 11:54

Яныш Ялкайн донъя әҙәбиәтен тыуҙырған яҙыусы

Айгөл ЙӘМИЛЕВА Мишкә районындағы уның исемендәге парк танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.

Чураево ауылындағы мари яҙыусыһы Яныш Ялкайн исемендәге паркта ремонт эштәре тамамланған. Улар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” региональ проекты сиктәрендә башҡарылған.
Хәҙер паркта юлдарға плиткалар түшәлгән, матур эскәмйәләр урынлаштырылған, ғәҙәти булмаған сүп урналары ҡуйылған.
Яңы яҡтыртыу системаһы булдырылғас, бында кискеһен йөрөргә була.
Шулай ҙа парктағы иң гүзәл урын – ул Яныш Ялкайндың бюсы. Уның янында мәктәп уҡыусылары өсөн мари телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәреләсәк.
Читайте нас: