+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ноябрь 2020, 12:30

Ҙур этнографик диктанттың һөҙөмтәләре билдәле булды

Айгөл ЙӘМИЛЕВА Ә һеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙ, уҡытыусыларығыҙ, тәрбиәселәрегеҙ диктант яҙҙымы?

Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан Ҙур этнографик диктантты яҙыусылар күләме буйынса рекорд ҡуйған.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, акцияла 13409 кеше ҡатнашҡан.
Был – Мәскәүҙән ҡала, иң ҙур һандарҙың береһе.
3 ноябрҙән алып 8 ноябргә тиклем бишенсе тапҡыр “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғариф акцияһы үте. Рәсәй Федерацияһынан тыш, был акцияла 123 илдән кеше ҡатнашҡан. Улар араһында диктантты инглиз, испан телдәрендә яҙғандар ҙа бар.
Башҡортостандағы төбәк кординаторы Әлмира Ҡолдәүләтова диктантҡа йылдан-йыл иғтибар артыуын һорауҙарҙың ҡыҙыҡлы булыуын, һәр ҡатнашыусыны тарихи ваҡиғаға бөшкөллө сумырға мәжбүр итеүе менән аңлата.
“Ҙур этнографик диктант” Рәсәй Президенты Владимир Путин күрһәтмәһе менән йыл да 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды.
Читайте нас: