+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Ноябрь 2020, 18:18

Бәләкәстәрҙең тештәре һау булһын!

Өфө ҡалаһының 3-сө һанлы балалар стоматология поликлиникаһына "тәгәрмәсле кабинет" килтергәндәр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика буйлап күберәк балаларҙың тештәрен дауалау маҡсатында биргән күрһәтмәһенә ярашлы күсеп йөрөй торған дауалау комплексы Өфө ҡалаһының 3-сө һанлы поликлиникаһына тапшырылған.
Әлеге ваҡытта уны теркәү эштәре бара.
Поликлиниканы күсмә дауалау комплексы менән тәьмин итеү "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
"Тәгәрмәсле кабинет" тиҙҙән Башҡортостан буйлап балаларҙың тештәрен дауаларға сығасаҡ, төпкөл райондарға тиклем барып етәсәк. Ул сифатлы дауалау барып етмәгән урындарҙа пациенттарҙы ҡарау менән әһәмиәтле.
Читайте нас: