-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Ноябрь 2020, 19:01

Ашай торған ҡалаҡтар буламы?

Була, етмәһә, уларҙы Башҡортостанда эшләйҙәр. Был аҙыҡ төрө менән Япония ҡыҙыҡһынған.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисад буйынса дәүләт комитеты Японияға беҙҙең республикала етештерелгән продукциялар теҙмәһен тәҡдим иткән.
Улар араһында бал, кальцийлы сода, шоколад һәм ашай торған ҡалаҡтар бар.
Һөҙөмтәлә, япондарҙы һуңғы продукция төрө ҡыҙыҡһындырған, сөнки ашай торған ҡалаҡтар бер яҡтан ғәҙәти түгел, икенсенән, улар экология йәһәтенән файҙалы.
Башҡортостандағы "Съедобные ложки" ойошмаһы ҡалаҡтарҙы иләнгән ондан эшләй. Улар диетология яғынан да файҙалы: айырым төр ҡулланыусылар өсөн ҡалаҡтарҙы шәкәрһеҙ, глютенһыҙ эшләйҙәр.
Башҡортостан продукцияларын Японияға тәҡдим итеү Рәсәй Президенты Владимир путиндың май указдарындағы "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы башҡарылған.
Читайте нас: