-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Ноябрь 2020, 23:26

Йәш әртистәр ҡайҙа?

Балалар һәм йәштәр театрҙары араһында үткән Республика фестиваленә йомғаҡ яһалды. Сара быйыл онлайн тәртиптә үтте.

Фестиваль икенсе йыл рәттән ойошторола, ул "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла, ул Башҡортостандағы балалар һәм йәштәр театрҙарын үҫтереүҙе маҡсат итеп алған.
Балалар театрҙары араһында Гран-при титулын Белорет ҡалаһынан "Өмөт" өлгөлө театр студияһы алһа, йәштәр театрҙары араһында БДПУ-ның "Ҡорос" театры еңеү яуланы.
Республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивалендә 22 балалар, 17 йәштәр театрҙары ҡатнашты. Уларҙы Башҡортостандың алдынғы театр әһелдәре баһаланы - Татьяна Хәйбуллина, Әхтәм Әбүшахманов, Хөрмәтулла Үтәшев, Мөсәлим Күлбаев, Сара Буранбаева, Фәрдүнә Ҡасимова, Таңсулпан Бабичева һәр ижади төркөмдөң сығышын ентекле күҙҙән үткәрҙе.
Читайте нас: