+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Ноябрь 2020, 19:25

Байрам үҙе килә!

Тәгәрмәсле мәҙәниәт йорттары ярҙамында балаларға кинофильмдар, спектаклдәр күрһәтергә була.

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә 2020 йылда Йылайыр, Баймаҡ, Ҡариҙел, Нуриман һәм Тәтешле райондарына автоклубтар килтерелгән.
Тәгәрмәсле мәҙәниәт йорттары концерт кеүек мәҙәни тамашалар, агитацион саралар үткәрергә ҡулайлаштырылған. Бынан тыш, тап автоклубтар ярҙамында мәғариф лекциялары, музей һәм китапханалар тарафынан ойошторолған күргәҙмәләр үткәрергә мөмкин, уларҙы кинофильмдар һәм балалар өсөн спектаклдәр ҡуйыу өсөн дә ҡулланып була.
Сәхнәгә, кинотеатрға, китапханаға әүерелер өсөн автоклубтарҙың бөтә махсус ҡоролмалары ла бар. Шулай уҡ йыйылмаға радиомикрофондар, яҡтыртыу приборҙары, микшерҙар, электр уты биреп тороусы үҙаллы ҡоролмалар инә.
Бөгөнгө көндә автоклубтар республиканың төрлө урындарына 71 тапҡыр йөрөгән, улар ярҙамында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө райондарҙа 97 концерт ойошторған.
Читайте нас: