+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Ноябрь 2020, 11:41

ТУҒАН ТЕЛДЕ ӨЙРӘНЕҮГӘ СИКТӘР ЮҠ

“Башҡорт теле йылы” сиктәрендә туған телде үҫтереүгә йүнәлтелгән Хөкүмәт ҡарарҙарының һөҙөмтәҺе республикала ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙә лә күренә башланы...

“Башҡорт теле йылы” сиктәрендә туған телде үҫтереүгә йүнәлтелгән Хөкүмәт ҡарарҙарының һөҙөмтәләре республикала ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙә лә күренә башланы. Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһында милли мәҙәниәттәр Үҙәге Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Грантына лайыҡ булғайны. Әлеге мәлдә улар үҙҙәренең проектын тормошҡа ашырыу өҫтәндә эшләй.
Милли мәҙәниәттәр Үҙәгенә башҡорт телен өйрәнергә теләгән төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ аҙнаһына 3 тапҡыр йыйыла. Улар – туған тел өйрәнеүҙә башланғыс төркөм. Уҡытыусылары – Силәбе өлкәһе, Ҡоншаҡ районы Бүре ауылынан.

ЮЛИӘ РАМАҘАНОВА, КАМЕНСК- УРАЛЬСКИЙ ҠАЛАҺЫ БАШҠОРТ ТЕЛЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ:
Дәрестәр факультатив рәүештә үтә. Башта ковид фонында онлайн барҙы дәрестәр. Хәҙер ҙә онлайн режимда дауам ителә. Интернетта үҙебеҙҙең төркөм бар. Хәҙер офлайн дәрестәр ҙә үткәрәм. Уҡыусылар 3 төркөмгә бүленгән. Онлайн дәрестәргә өлкәнең төрлө ҡалаларынан да ҡушылалар. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты үтеп китһә лә, уның авторҙары – улар Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы һәм милли мәҙәниәттәр Үҙәге етәкселеге – дәрестәрҙе туҡтатмайынса дауам итеү яҡлы.

ТАТЬЯНА ФОМИНА, КАЕНСК-УРАЛЬСКИЙ ҠАЛАҺЫ МИЛЛИ МӘҘӘНИӘТТӘР ҮҘӘГЕ ЕТӘКСЕҺЕ:
На связи у нас Кировград, Красноуфимск, Сысерть и другие города, которые вступили в группу и распространяют наши онлайн-уроки. Нас сначала было 3 группы. Но, так как город закрывают уже вотрой раз , мы перешли на онлайн. По истечению срока реализации этого проекта, мы намерены это продолжать и дальше.

2001 йылдан алып 2010 йылға тиклем Свердловск өлкәһенең Шәкүр, Үрмәкәй, Өфө-Шигири мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытылған, өйрәнелгән. Хәҙер төбәктә башҡорт телен йәкшәмбе мәктәптәре һәм төрлө гранттар аша яҡланған проекттар буйынса өйрәнеү көн тәртибенә инә.

НӘФИСӘ ТӨМӘНЦЕВА, СВЕРДЛОВСК ӨЛКӘҺЕ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ РӘЙЕСЕ:
Элек беҙҙә башҡорт теле дәресе даими уҡытылды. Төбәк компоненты булараҡ бөтөрөлгәс, беҙҙең мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу туҡтатылды. Хәҙер яңынан башланыҡ, Башҡортостан Республикаһы грантына туған телебеҙ буйынса дәрестәр ойошторабыҙ. Үрге Пышмала йәкшәмбе мәктәбен асһаҡ тағы ла яҡшы буласаҡ тип уйлайбыҙ.

Каменск- Уральский ҡалаһынан тыш Свердловск өлкәһендә башҡорт телен һәр кесаҙна һайын Башҡортостан мәғәриф һәм фән министрлығы ойошторған онлайн дәрестәр буйынса ла өйрәнә. Унда инде туған телде өйрәнеүселәр һаны тиҫтәләп кенә түгел, йөҙәрләп һанала һәм уларҙың географияһы ла киңәйә. Ырымбур, Ҡурған, Силәбе һәм, хатта океан аръяғы илдәренән дә башҡорт теле дәрестәренә ҡушылалар. Тимәк, һығымта бер: туған телде өйрәнеүгә сиктәр юҡ.
Читайте нас: