+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Ноябрь 2020, 17:48

Янғын һөҙөмтәһендә өйһөҙ ҡалған ғаилә сертификатҡа яңы йорт алған

Үткән йылдың йәйендә Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылында йәшәгән Юлиә Лагереваның өйөнә ут ҡаба, һөҙөмтәлә, ул балалары менән урамда тороп ҡала...

Ғинуар айында уларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан 700 мең һум күләмендәге сертификат алыу бәхете тейә.
Лагеревтар ғаиләһе Айсыуаҡ ауылынан өс бүлмәле йорт һатып ала, өйҙән тыш биләмәлә мунса, һарай һәм гараж да бар.
Юлиә Лагерева ике улын яңғыҙы үҫтерә. Йорто көлгә ҡалғас, ул Көйөргәҙе районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов Радий Хәбировтан был ғаиләгә ярҙам итеү өсөн матди ярҙам һорай.
Республика етәксеһе, "Мәрхәмәтлелек шаһиты" хәйриә фонды ярҙамында йортҡа кәрәкле сумма йыйыла.
Ошо көндәрҙә хәйриә фонды вәкилдәре Лагеревтар ғаиләһе менән осрашты. "Мәрхәмәтлелек шаһиты" фонды етәксеһе Лилиә Михайлова ғаиләгә бүләктәр тапшырҙы һәм уларҙың хәл-торошо менән танышты, ниндәй ярҙам кәрәк булыуы менән ҡыҙыҡһынды.
Бөгөнгө көндә өйҙә газ ҡаҙанын алмаштырырға кәрәклеге асыҡланды, фонд был йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙасаҡ.
"Тәү сиратта оло рәхмәтемде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, беҙҙең район хакимиәтенә, "Мәрхәмәтлелек шаһиты" хәйриә фондына, шәхсән Лилиә Игоревнаға белдергем килә. Хәҙер беҙгә йәшәргә урын бар. Беҙҙең барыһы ла яҡшы - беҙгә йылы, уңайлы.
Киләсәккә пландар төҙөйбөҙ: баҡса эшен үҙләштерергә, бәрәңге, кишер, һуған ултыртырға йыйынабыҙ.
Киләһе йылда мунсаның мейесен алыштырасаҡбыҙ. Пландар Наполеондыҡы һымаҡ", - тип тәьҫораттары менән бүлеште Юлиә Лагерева.
Уның улы Александр ҙа журналистар менән аралашып, өй ҙур һәм йәмле, ҙур ихаталы тип белдерҙе.
Читайте нас: