+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Ноябрь 2020, 11:05

ЙӘРМӘКӘЙҘӘ ЯҢЫ ПАРК

Йәрмәкәй ауылында “Дуҫлыҡ” паркы төҙөлөшө тамамланыуға табан бара.Әйтергә кәрәк, был парк иң йәш парктарҙың береһе һанала...

Элек был ерҙә урман һыҙаты булған. 2018 йылда халыҡтың һорауы буйынса бында саңғы шыуыу трассаһы һалырға, тигән ҡарар ҡабул ителә.
Проект буйынса парк өс этапта төҙөкләндерелә. 2019 йылда бында балалар майҙансығы яңыртыла, эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары, яҡтыртыу бағаналары ҡуйыла, ҡапҡа алыштырыла, юлдарға асфальт түшәлә... Төҙөкләндереү өсөн 4 млн.һум аҡса бүленә.
2020 йылда 5 метрлыҡ фонтан ҡалҡып сығасаҡ һәм башҡа эштәр эшләнәсәк. Өфө фирмаһы менән дә контракт төҙөлгән. 2021 йылда ла төҙөлөш дауам итәсәк. Балаларға уйын һәм спорт майҙансығы, йәйге эстрада ҡуйыласаҡ. Тирә-йүнде йәшелләндереү маҡсатында, күпләп ағас-ҡыуаҡтар ултыртырға, район үҙәген матур итеп биҙәргә лә уйлай йәрмәкәйҙәр.
Эшләнәһе эштәр тамамланғас, был парк Йәрмәкәй халҡының һәм килгән ҡунаҡтарҙың яратҡан ял итеү үҙәенә әйләнер, моғайын.
Читайте нас: