+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Ноябрь 2020, 17:26

Екатеринбургтағы үҙәккә - башҡорт яҙыусыһы исеме

Был ҡалалағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге Зәйнәб Биишева исемен йөрөтәсәк.

Үҙәккә әҙибәнең исемен биреү тәҡдиме менән Свердловск өлкәһендә үткән Башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолған "Урал башҡорттары: тарих һәм этнография" түңәрәк өҫтәлендә сығыш яһанылар.
Был башланғысты Башҡортостан республикаһы һәм Свердловский өлкәһе башҡорт ойошмалары күтәреп алды.
Екатеринбургтағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге быйылғы йылдың июнь айынан үҙ эшен башланы.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән булдырылған ойошма Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булып тора.
Үҙәктең төп маҡсаты башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын, милли үҙенсәлекте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, урындағы башҡорттарҙың көнитмешен, мәҙәни һәм ижтимағи тормошон яҡтыртыуға ҡайтып ҡала.
Читайте нас: