Республикабыҙҙа "Ала Тоо" ҡырғыҙ мәҙәни үҙәге эшләп килә. “Ойошмабыҙҙы төҙөүҙең төп сәбәбе — яҙмыш ҡушыуы буйынса Башҡортостанға килеп сыҡҡан ватандаштарыбыҙ менән аралашыу теләге, — тип һөйләне үҙәк рәйесе Соно Алиева. — Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса республикала 500 самаһы этник ҡырғыҙ йәшәй, уларҙың күбеһе этник-ара никахҡа ингән. "Ала Тоо" ҡырғыҙ теленә һәм мәҙәниәтенә битараф булмағандарҙы берләштерҙе. Башҡортостанда йәшәп, күптәр хатта таныш та булмаған бит...”
"Ала Тоо" ҡырғыҙ диаспораһын, Ҡырғыҙстандан Өфө вуздарында уҡыған студенттарҙы үҙенә ылыҡтырыусы үҙәк булып тора. Бында бергәләп мосолман һәм милли байрамдарҙы билдәләйҙәр. Йыл да Сыңғыҙ Айытматов көндәрен үткәрәләр. БР Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан үткәрелгән башҡа йәмәғәт сараларында ла әүҙем ҡатнашалар.
14 октябрҙә ике туғандаш халыҡтың үҙ-ара бәйләнешен нығытыуға арналған “Башҡорттар менән ҡырғыҙҙарҙың рухи мәҙәниәте” темаһына онлайн форматында халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Унда Өфө, Стәрлетамаҡ, Силәбе, Барнаул һәм Ҡырғыҙ Республикаһының Бишкәк, Ош, Ҡараҡол ҡалаларынан ғалимдар сығыш яһаны. Сығыштар башҡорт һәм ҡырғыҙ халҡының фольклорындағы, әҙәбиәтендәге, мәҙәниәт һәм телендәге яҡынлыҡҡа арналды.
Киләсәктә лә үҙәктең төрлө конкурстар, конференциялар үткәрергә маҡсаттары ҙур.