+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Ноябрь 2020, 17:59

Киләсәккә билет

Бында балалар үҙҙәрен видеооператор, видеомонтажер, яҡтыртыусы, тауыш операторы, мультипликатор, төҫ корректоры, репортер булараҡ һынап ҡарай.

Һүҙ Ағиҙел ҡалаһындағы "Савитар" өҫтәлмә белем биреү үҙәге базаһында урынлашҡан балалар технопаркы хаҡында.
Бында "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған "Киләсәккә билет" проекты ярҙамында "Видеоэшмәкәрлек" курстары эшләп килә.
Курстарҙа 6 кластан алып 11 класҡа тиклемге уҡыусылар шөғөлләнә.
Бында балалар үҙҙәрен видеооператор, видеомонтажер, яҡтыртыусы, тауыш операторы, мультипликатор, төҫ корректоры, репортер булараҡ һынап ҡарай.
Ошо көндәрҙә һөнәри пробаларҙа Ағиҙел ҡалаһының беренсе, икенсе мәктәптәренән һәм башҡорт гимназияһынан уҡыусылар ҡатнашты. Остаздар һәр баланың теге йәки был һөнәрҙә үҙен нисек күрһәтеүен, маҡсатына нисек ынтылыуын тикшерҙе.
Читайте нас: