+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ноябрь 2020, 14:22

Йәш саксофонистың ҙур уңышы

Искәндәр Ҡәҙерғолов ҡатнашлығындағы видеояҙма Владимир Спиваков исемендәге Фондтың сайтын биҙәйәсәк.

Һеҙ һүрәттә күргән мөләйем малайҙың исеме Искәндәр. Ул "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторолған "Балалар - балаларға" Халыҡ-ара классик музыка фестивалендә ҡатнашҡан.
Фестивалдә Учалы районының данын яҡлаған йәш музыкант 1-се һанлы балалар музыка мәктәбендә, Фәрит Ҡунаҡҡужиндың класында уҡый.
Сарала сығыш яһар алдынан Искәндәр менән халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты, Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка колледжындағы тынлы һәм һуҡма инструменттар оркестры етәксеһе Леонид Друтин шөғөлләнә, тап ул Искәндәр Ҡәҙерғолов башҡарыуындағы "Романс" (Д. Шостакович) һәм "Хлопай в такт" (Дж. Гершвин) көйҙәре яҙылған видеояҙманы В. Спиваков исемендәге Фондтың сайтына ҡуйырға кәңәш итә.
"Балалар - балаларға" Халыҡ-ара фестивале хәйриә концерттары менән тамамланасаҡ. Саралар онлайн тәртиптә үтә, унда балалар оҫталыҡ дәрестәрендә алған белемдәре менән тамашасыларҙы таныштырасаҡ.
17 ноябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Республика симфоник оркестры ҡатнашлығында ҙур концерт үтәсәк, уның әлегә ниндәй форматта булыуы билдәһеҙ.
Читайте нас: