+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ноябрь 2020, 19:51

ҺӘР БЕР ЙОРТҠА - ТЫНЫСЛЫҠ, ҺӘР ҒАИЛӘГӘ - ТАТЫУЛЫҠ

Сорғот ҡалаһында милләттәштәребеҙ "Берҙәмлек һәм татыулыҡ" байрамына арналған бик матур сара үткәргәндәр.

Бөгөн Ханты-Манси округының Сорғот ҡалаһында "Берҙәмлек һәм татыулыҡ" көнөнә бағышланған "Һәр бер йортҡа - тыныслыҡ, һәр ғаиләгә - татыулыҡ" темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Был сара Ханты-Манси автономияһының тарихи милли үҙәге һәм Сорғот башҡорт автономияһы менән берлектә ойошторолдо. Сараны яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап Зөлфирә Тимерхан ҡыҙы асып ебәрҙе. Артабан Гөлсирә Камил ҡыҙы ошо байрам тарихы һәм әһәмиәте тураһында һөйләне. Һуңынан викторина ойошторолдо, унда инде ҡатнашыусы һәр бер бала үҙҙәренең һөйләү үҫешен, тапҡырлыҡтарын, белемдәрен күрһәтте. "Түңәрәк өҫтәлдән" төбәктә йәшәүсе бәләкәй милләттәштәребеҙ генә түгел,ә ата-әсәләр ҙә бик ҡәнәғәт ҡалды. Ҡатнашыусыларҙың байрам тәьҫроттары фотосессия ваҡытында ла һаҡланды. Сараны ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Барлыҡ милләттәштәребеҙҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайбыҙ! Татыу һәм берҙәм булайыҡ!!!

  • Читайте нас: