+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ноябрь 2020, 15:00

Булыр бала биләүҙән

Һәр кемдең киләсәккә юлы бала сағынан башлана. Балалар яҙыусыһы Гөлфиә Юнысова ла бәләкәй сағынан үҙ һүҙе булған, ҡыйыу холоҡло ҡыҙыҡай була.Гөлфиә Юнысова 1948 йылдың 10 сентябрендә Әлшәй районы Һарыш ауылында тыуған. 1966 йылда Раевка урта мәктәбен тамамлай, артабан БДУ-ға уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн шиғырҙар ижад итә, «Миңә бары өс кенә» (1969) һәм «Зәңгәр тубым» (1971) тигән ике йыйынтығы донъя күрә. 1971—1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шул йылдарҙа балалар өсөн тағы ла ике китап сығара. Г. Юнысова — ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы, уның шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән.Уның бәләкәй сағы тураһында сайтта уҡый алаһығыҙ.

Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева – Әлшәй районы Һарыш ауылы ҡыҙы. Бәләкәйҙән үҙ аллы, ныҡыш була ул, һүҙен һүҙ итергә ярата. Ата-әсәһе лә ҙур ҡыҙҙарына ышана, шуға ла өлкәндәр эштә саҡта йорт-ҡура эштәре лә, үҙенән һуңғы дүрт ҡустыһы менән ике һеңлеһен ҡарау ҙа апай елкәһенә төшә. Бәләкәстәрҙе эшкә өйрәтәм, ҡушылғандарҙы кискә тиклем тамамлап өлгөрөргә тырышып, бәлки, етәксе булырға шул мәлдә өйрәнгәндер?)))

Кешенең үҫкәс кем булыры бала сағынан күренә шул. Бер көн әсәһенә күрше әбейҙең: “Тирләгән килеш кисеүҙән Дим аша сығып, һыуыҡ алдырҙым. Мунсала мәтрүшкәле ҡайын миндеге менән сабынғанда сирем ҡул менән һыпырып алғандай булыр ине...” – тип зарланғанын ишетеп ҡала. Ҡыҙыҡайға сиренән ҡотола алмаған күршеһе лә, колхоз эшенән бушамай, мунса яғырға ваҡыттары булмаған ата-әсәһе лә йәл булып китә. Икенсе көндө үк ун бер йәшлек ҡыҙыҡай мәсьәләне хәл итергә тотона: йылғанан һыу ташып, мейескә утын тултырып, мунсаны дөрләтеп яғып та ебәрә. Изгелекле эшкә тотонғас, тағы бер файҙа ҡылырға була: ауылдағы яңғыҙ йәшәгән әбейҙәрҙе мунсаға саҡыра. “Йәйге мунса тиҙ генә һыуынып бармай, эҫе һыуы етерлек, һыуығын ни алып килермен...” – тип уйлай. Кемдер аптырай, кемдер шатланып риза була – береһе лә баш тартмай. Әбейҙәрҙең мунсанан сыҡҡан берен Гөлфиә сәй менән һыйлай тора. Сөгөлдөр утаған өсөн бирелгән шәкәр байтаҡҡа кәмей, бешкән йомортҡаларҙан бер туҫтаҡ ҡабағы ғына ятып ҡала, әсәһенең һаҡлыҡҡа тип тотҡан һинд сәйе лә “йылп” итеп сәйнүккә төшә, һандыҡтағы кәнфиттәр ҙә өҫтәлгә сығып ята... Ниндәй бала бына шулай үҙ аллы ҡарар ҡабул итеп, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып, ауыл әбейҙәрен мунса төшөрөп, аҙағынан ҡунаҡ итә ала? Изгелек эшләгәндә, күрәһең, яҡындарың әрләр тип тә ҡурҡмайһың...

Өсөнсө класс балаһының ҡырҡ градус һыуыҡта ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауылға ҡәләм алырға барыуы ла ғәжәп хәл. Бәләкәй Әхтәр апайҙарының төҫлө ҡәләмдәрен алып ҡаса һәм бер нисәһе иҙән ярығына тәгәрәй... Ауыл магазинында улар һатылмай, район үҙәгендә лә һәр ваҡыт булмай, ә Өфөгә барып ҡайтыуҙары-ы-ы... Уҡытыусылары каникул ваҡытында мотлаҡ төҫлө ҡәләм алып ҡуйырға ҡуша. Себенле ауылында ун ике төрлөһө барлығын да әйтә. Ҡыҙыҡайҙың тиҙерәк ҡәләмле булғыһы килә, ә әсәһе ашыҡмай, көндәр бер аҙ йылынһын, ти. Каникул аҙағында түҙмәй Гөлфиә, ҡәләмгә тип бүленгән аҡсаны ала ла, йылыраҡ кейенеп, китә Себенлегә. Юлда эт-маҙар ҙа, атлы кешеләр ҙә осрамай. Шәлен, пальтоһын, бейәләйҙәрен аҡ бәҫ ҡаплаған ҡыҙ бала кисләтеп кенә магазинға килеп ингәс, ундағы кешеләр “аһ” итә. Бынау һыуыҡта шул тиклем ара юл үтеп килгән ҡыҙҙы йәлләп, уҡыу алдынғыларына бүләккә тип ҡалдырылған өс ҡаптың береһен ҡыҙға бирәләр...
Әлбиттә, уны ҡайтарып ебәрмәйҙәр. Магазинда мәктәп директорының ҡатыны уҡытыусы Зәйтүнә апай ҙа торған була. Ул Гөлфиәне туғандарына алып бара, колхоз радио селтәре аша, ата-әсәһенә ҡыҙҙарының ҡайҙалығын әйтеп, белдереү бирә.

Башланғыс класты тыуған ауылында уҡый Гөлфиә апай, унан әлеге Себенле мәктәбенә йөрөй башлай. Тәүге ике йылда ҡышын интернатта ятһа ла, икенсе йылына был бәхет уның һеңлеһенә эләгә, сөнки ғаиләнән бер кешегә генә интернатта йәшәргә рөхсәт ителә. “Буран ярып китә торғайныҡ, – тип иҫкә алды ул саҡтарын Гөлфиә апай. – Яҙлы-көҙлө-ҡышлы йәйәү йөрөү үҙенә күрә физзарядка ла булған, атай-әсәйемә лә ярҙам итеп өлгөрә торғайным. Юлда класташтарымдан айырылып, яратҡан авторҙарымдың шиғырҙарын ятҡа тасуири уҡырға өйрәнеп барам, ул мәлдә 100-ләгән шиғырҙы ятҡа белә инем. Радио аша тапшырылған спектаклдәрҙең героиняларына оҡшатып, төрлө ролдәргә инеп китеп һөйләй торғайным. Тамашасым да бар: юл буйында үҫкән үләндәр, сәскәләр тыңлай ине мине...” Әкренләп үҙе лә ошо сәскәләргә, ағастарға, ата-әсәһенә, дуҫтарына арнап шиғырҙар сығара башлай. Быларҙың барыһы ла Гөлфиә апайҙың күңел төбөндәге хыялынан сыҡҡандыр: ул бит артист булырға хыялла. Элек төш ваҡытында радиотапшырыуҙаҙа спектаклдәр тыңлатыла ине. Ошондай саҡтарҙа Гөлфиә апай, иҙән йыуып йөрөһә – иҙәнен, һауыт-һаба йыуһа, һауыттарын ташлап, стенаға эленгән радиоалғыс янында ултырғысҡа менеп баҫа ла, онотолоп артистарҙың уйнағанын тыңлай икән, уларҙың һәр береһен исемдәренә тиклем белә икән. Атай-әсәйе лә быға өйрәнеп бөтә, уға өндәшеп, ҡамасауламайҙар. Шуның шауҡымы ла булғандыр, 7-се класта уҡыған сағында район үҙәгендә шиғыр һөйләү конкурсында еңеп, Өфөләгеһенә саҡырыла. “Бер үҙем сығып киттем башҡалаға. Нишләптер минең менән бер кем дә барманы, – тип аптырай әле Гөлфиә апай. – Кешеләрҙән райком комсомолын һорашып, тәүҙә уны барып таптым, уларҙан конкурстың ҡайҙа үткәнен белештем. Мин барғанда сара башланғайны инде, исемлектәр араһында фамилиям булғас, индерҙеләр. Һөйләүемде оҡшатҡандарҙыр инде, бик матур бер апай (аҙаҡ уның Зәйтүнә Бикбулатова булғанын белдем) һигеҙенсене тамамлағас, сәнғәт училищеһының театр бүлегенә саҡырҙы. Ул ваҡытта дүрт йылға бер алалар ине, миңә тура килә. Дәртләнеп ҡайтып ҡыуанысымды әсәйемдәр менән уртаҡлаштым, ә улар мине ебәрмәйәсәктәрен белдерҙе... Ҡурҡҡандарҙыр инде сибек кенә, хисле генә ҡыҙҙарын әллә ҡайҙа сығарып ебәрергә...” Гөлфиә апай ҙа һүҙен һүҙ итә торғандарҙан: педучилищеға барам, тип сығып китә лә документтарын сәнғәткә алып барып бирә. Әммә Хөмәйрә апай килеп: “Унынсы кластан һуң ҡайҙа теләйһең, шунда уҡырһың”, – тип ҡыҙын алып ҡайтып китә. “Артист булыу хыялы беренсе мөхәббәт кеүек күңелемдә тороп ҡалды, – тип моңһоуланып алды Гөлфиә апай. – Шуға күрә, пьеса яҙып, төп ролдә үҙем уйнармын әле, тип хыялландым. “Осоп булмай ҡанатһыҙ” тигән музыкаль комедиямды хеҙмәт юлын башлаған йәшлек ҡалам Сибайҙың Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театры 50 йәшемә сәхнәләштерҙе, бер нисә йыл райондарҙа гөрләп барҙы, әммә, үкенескә күрә, төп ролдә дублер булып та уйнай алманым. Ул ваҡытта эштәремдең иң тығыҙ, тормошомдоң ҡайнап торған сағы ине...” Барыһы ла иғтибар иткәндер: Гөлфиә Юнысова ғәҙәттә ижад, юбилей кисәләрен үҙе алып бара, шиғырҙарын да һәр ваҡыт үҙе уҡый. Тормошҡа ашмай ҡалған бала саҡ хыялы сығаралыр уны сәхнәгә...
Читайте нас: