-15 °С
Болотло
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Октябрь 2020, 18:45
ОЛОНО ОЛО ИТЕГЕҘ, КЕСЕНЕ КЕСЕ ИТЕГЕҘ!..
"УРАЛ БАТЫР" эпосы - башҡорт халҡының донъяға мәғлүм мәшһүр эпостарының иң күренеклеһе.Тыуған илде, тыуған ерҙе һәм тыуған тәбиғәтте, кешелекте яратырға саҡыра, йәшәү мәғәнәһенә төшөнөргә ярҙам итә ул."...Олоно оло итегеҙ, — Кәңәш алып йөрөгөҙ; Кесене кесе итегеҙ, — Кәңәш биреп йөрөгөҙ. Күҙенә сүп төшөрҙәй, Күҙһеҙ булып ҡалырҙай Еҫерҙәрҙең алдында Күҙенә керпек булығыҙ. Аҡбуҙатым, булатым Илдә тороп ҡалыр ул, — Өҫтөнә менеп сабырҙай, Яуҙа ҡылыс һелтәрҙәй Батырға менәр ат булыр, Батыр булмаҫ ирҙәргә Менер атым ят булыр. Әсәгеҙгә әйтегеҙ: Минән риза булһындар, «Ирем, хуш бул!» — тиһендәр. Барығыҙға шуны әйтәм: Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ; Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағыҙ!»...
Бына ошолай ти беҙгә Урал батыр. Һеҙ ҙә, балалар, кешелекле, кеселекле булығыҙ, бары тик яҡшылыҡҡа ынтылығыҙ, йәме!
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"