+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Октябрь 2020, 10:50

МИН -ӘСӘ!..

Ошо өс кенә хәрефтән торған һүҙгә бөтә йыһан һыйған...

Ошо өс кенә хәрефтән торған һүҙгә бөтә йыһан һыйған. Сабыйҙарыбыҙҙы ҡулға алыу менән
ошо кескәй бала өсөн оло яуаплылыҡ та бирелгән. Өҫтөн-башын ғына ҡарауҙан тормай Әсәнең бурысы,
ә оло йөрәкле, изге күңелле итеп буй еткереүҙә. Кеше итеүҙә.
Тормоштоң әсе елдәренә бирешмәҫлек көс, юғары үрҙәр яуларлыҡ тырышлыҡ, сәм, илем, телем тип янырлыҡ рух,
барыһы ла яҡшы буласағына ышаныс һәм өмөт уятыусы ул Әсә. Ғүмеребеҙҙең һәр миҙгелендә "балам" тип йән атыусы,
тәҙрәләрҙән күҙен алмай зарыҡҡанда ла йылмайып ҡаршылаусы, абынғанда ҡулын һуҙыр, илағанда йәшен һөртөр,
остоҡ ҡына шатлыҡтарын да тауҙай итеп ҡыуаныусы ла - Әсә.

Әсә йөрәге һәр ваҡыт "балам" тиеп тибә, балаларҙың да йөрәктәре "Әсәм" тиеп типһәнә...
Гүзәл МЫРҘАЕВА.
Читайте нас: